Самауарлы табын артында ултырып, йәшлек йылдарын иҫкә алыу – үҙе бер ғүмер, тип Шәрип ауылы халҡы 21 августа күркәм сараға - «Сауыр байрамы»на йыйылды
Самауарлы табын артында ултырып, йәшлек йылдарын иҫкә алыу – үҙе бер ғүмер, тип Шәрип ауылы халҡы 21 августа күркәм сараға - «Сауыр байрамы»на йыйылды.
Самауырҙың ҡайҙа барлыҡҡа килеүе хаҡында уйланғанығыҙ бармы? Тәүге самауырҙарҙың «туғаны», оҡшаш конструкциялы һыу ҡайнатҡыс Ҡытайҙа барлыҡҡа килгән. Рәсәйҙә улар XVIII быуатта киң ҡулланыуға инеп киткән. Самауырҙың тыуған ере Тула тип иҫәпләнһә лә, тарихи факттар уның тәү тапҡыр Уралда эшләнгәнлегенә күрһәтә. Ошо һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр хаҡында байрамдың ойоштороусылары тамашасыларға һөйләп ишеттерҙе. Сара самауырҙар “парады”, ҡунаҡтар менән танышыуҙан башланып китте.
Өйҙөң йәме, ҡото булған самауарҙың урыны һәр ваҡыт йорт түрендә булған. Ул йорт йыһазы ғына түгел, ҡәҙерле ҡомартҡы булып, быуындан быуынға күскән һәм күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡланған. Шундай боронғо самауыр хаҡында Флорида Мәхмүтова ауыл халҡына бәйән итә. Олатаһынан әсәһенә, әсәһенән уға күскән еҙ самауырҙың 300 йыллыҡ тарихы бар.
Колхоз йылдарында алдынғы һауынсы булып эшләп, намыҫлы хеҙмәте өсөн бүләкләнгән 87 йәшлек Фәүзиә Үҙәнбаева байрамға бүләк самауырын алып килгән. Фәүзиә апай өсөн был самауыр ябай өй йыһазы ғына түгел, ул йәшлек символы, шунлыҡтан айырыуса ҡәҙерле. Әсәһенән ҡалған ҡомартҡы менән Альфира Үҙәнбаева таныштырһа, ҡәйнәһенең самауырын Гөлгөнә Ҡазанова күрһәтә. Шулай итеп, сарала ҡатнашыусы ҡунаҡтар «Еҙ самауыр», «Ҡомартҡы самауыр», «Боронғо самауыр», «Ҡәйнәм самауыры», «Заман самауыры», «Байрам самауыры» номинациялары менән билдәләнеп, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ була.
Матур хәтирәләр, йылы һөйләшеүҙәр художестволы номерҙар менән биҙәлеп, үрелеп барҙы. Үҙҙәренең музыкаль сәләмдәрен тамашысаларға Нәсимә Суҡбаева, Зәлиә Байгильдина, Эльвира Үҙәнбаева, Лилиә Йәрмөхәмәтова һәм «Ҡыйғас» ансамбле бүләк итте. Әлбиттә, хуш еҫле самауыр сәйе бар кисәнең әйләнәһендә иң мөһим биҙәүе булды.
#кдцмелеуз #Мелеузовскийрайон
13:52 22.08.2025 16+
Оставить сообщение: