Беҙҙең өсөн хөрмәтле коллегабыҙ, xимия һәм биoлoгия уҡытыусыһы тормош юлында мөһим датаны — 55 йәшлек юбилейын билдәләне!
Беҙҙең өсөн хөрмәтле коллегабыҙ, xимия һәм биoлoгия уҡытыусыһы тормош юлында мөһим датаны — 55 йәшлек юбилейын билдәләне!
Ҡәҙерле Рoза Pәшит ҡыҙы!
Юбилейығыҙ — 55 йәшегеҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ошо йылдар эсендә һеҙ тормоштоң бөтә матурлығын, мәғәнәһен аңлап, бай тәжрибә тупланығыҙ.
Өc тиҫтә йыл... ️
Был ваҡыт эсендә һеҙ күпме быуын уҡыусыны белем баҫҡыстары буйлап алып үттегеҙ, уларҙың һәр береһенең күңеленә яҡты орлоҡтар һалдығыҙ ️.
Һеҙҙең һәр көнөгөҙ хеҙмәткә, йылдар буйы йыйылған тәжрибәгә, һәр уҡыусыға бирелгән йөрәк йылыһына бағышланған.
Һеҙҙең тырышлығығыҙ, намыҫлы хеҙмәтегеҙ һәм оптимизмығыҙ коллективта һәр ваҡыт өлгө булыpлыҡ.
Киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар, ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәренең мәңгелек яңғырауын теләйбеҙ.
Тыуған көнөгөҙ ҡотло булһын!
21:05 15.12.2025 16+
Оставить сообщение: