Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

21 февраль -Халыҡ-ара туған тел көнө.

21 февраль -Халыҡ-ара туған тел көнө. "Ерҙә һәр тел- ғүмер буйы йыйған Бөйөк хазинаһы халыҡтың" (М. Ямалетдинов)

Халыҡ-ара туған тел көнө алдынан мәктәптә туған телде популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө саралар үтте. Уларҙың маҡсаты-үҙ халҡының мәҙәниәтенә һәм йолаларына хөрмәт тәрбиәләү, туған телде өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Дәрестәр һәм класс сәғәттәре үткәрелде. Сараларҙа уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙе,тел тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр өйрәнде .

1-6-сы класс уҡыусылары араһында яттан шиғыр һөйләүселәр конкурсы уҙғарылды. Был көндө башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән күпме быуын уҡыусыларына белем биргән, балаларҙың йөрәгенә туған телгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләгән Ленира Сафуан ҡыҙы Шәйәхмәтова ла иҫкә алынды
14:14 20.02.2026 16+
19
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top