16 мартта укыусылар Динис Буләков музейында Мәләуез еренең шағирҙары менән осраштылар.
16 мартта укыусылар Динис Буләков музейында Мәләуез еренең шағирҙары менән осраштылар. Әҙәби кисә «Бер генә шул ғүмер, бер генә...» тип аталды. Музейға ҡунаҡҡа Мәрйәм апай Кусмаева, Рәсимә Дәүләтова, Гөлнур Семәнова-Шарипова, Рафаэль Махмутов килделәр. Осрашыу башҡорт яҙыусыһы Динис Буляҡовтың хәтеренә арналған ине.
Осрашыу барышында ҡунаҡтар Динис ағай Буляҡовтың ижады хаҡында үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Шағирҙар уҡыусылар менән тәрән эмоциональ бәйләнеш булдырҙылар.
Шиғырҙар уҡылғас, балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙеләр. Фекер алышыу дуҫтарса мөхиттә уҙҙы, һәм һәр кем Динис Буляҡовтың башҡорт әҙәбиәтендәге әһәмиәте тураһында үҙ уйҙарын белдерә алды.
Осрашыу матур тәьҫораттар һәм илһам ҡалдырҙы, мәҙәни мираҫты, башҡорт телен һаҡлауҙың мөһимлеген иҫкә төшөрҙө. Осрашыуҙан һуң Динис ағайҙың бюстына сәскә һалынды.
Музей директоры Юлмухаметова Бикә апайға, шулай уҡ килгән ҡунаҡтарга рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Осрашыу бик фәһемле һәм ҡыҙыҡлы булды!
16:37 16.03.2026 16+