Ураҙа байрамы менән!

Ураҙа байрамы менән!

Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле атай-әсәйҙәр һәм уҡыусылар! Бөтә күңелдән һеҙҙе изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм мөбәрәк Ураҙа байрамы менән ҡoтлайбыҙ! Был изге көн һәр йортҡа тыныслыҡ, шатлыҡ һәм именлек алып килһен. Йөрәктәребеҙ изгелеккә, күңелдәребеҙ сафлыҡҡа тулһын.

Был йылда беҙ йәш мосолмандарыбыҙ менән айырыуса ғорурланабыҙ! Күп уҡыусыларыбыҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр Рамаҙан айында ураҙа тотто. Был иман көсө һәм рух ныҡлығын талап иткән ҙур һәм мөһим аҙым

Айырыуса быйыл тәүге тапҡыр ураҙа тотҡандарҙы тәбрикләйбеҙ:
Салих, Иман, Әҙилә, Данир, Айһылыу, Амалия! Һеҙ — бик булдыҡлылар! Тәүге ураҙағыҙ изгелек һәм ихлас иман юлының башы булһын. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Шулай уҡ йыл һайын ураҙа тотоусыларҙы, йолаға тоғролоҡ һәм ныҡлыҡ өлгөһө күрһәтеүселәрҙе билдәләп үтәбеҙ:
Умар, Адиль, Зарина, Мәрйәм, Сыңғыҙ, Земфира, Исхаҡ, Исмаил, Хәсән, Адель, Назгөл, Ибраһим! Һеҙ — беҙҙең ҙур ғаиләбеҙҙең ысын горурлығы! Шулай алға!

Был изге байрамда ситтә ҡалмай, балаларыбыҙҙы хуплап, ярҙам иткән һәм ҡурсалағандарға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ:

️ ИП Бикташеваға һәм шәхсән Светлана Владимировнаға, уның командаһына ураҙа тотоусы уҡыусыларыбыҙға әҙерләгән йомарт һәм күңелле бүләктәре өсөн ҙур рәхмәт! Изгелек һәм ярҙам өсөн рәхмәт!

Балаларға, уҡытыуcылаpға бүләктәр әҙерләгән атай-әсәйҙәргә ихлас рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙҙең хәстәрлек һәм иғтибарығыҙ бик ҡәҙерле!

Шулай уҡ балаларҙы байрам менән ҡотларға, бүләктәр биреп ҡыуандырырға ихлас теләк белдергән дин ҡәрҙәшебеҙ Абдулмаликкә ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Изге ғәмәлегеҙ ҡабул булһын!

Айырым ҙур рәхмәт мәктәп директоры Мopаҙым Булат улына! Балаларыбыҙҙы хуплап, барыһына ла дөрөҫ тормош рәүеше теләгәне һәм линейкала тантаналы ҡотлау, бүләктәр тапшырыу ойошторғаны өсөн ҙур рәхмәт. Был беҙҙең өсөн бик мөһим!

Был байрам беҙҙе берләштерһен, йылылыҡ һәм изгелеккә ышаныс өҫтәһен. Ураҙа байрамы ҡотло булһын!
06:33 20.03.2026 16+
0

Оставить сообщение:

Выбор редакции