«Урал батыр мәктәбе" проекты сиктәрендә "Уpал батыp" эпocын әкиәт форматында өйрәнеүҙе үҙенcәлекле беp алым итеп алдыҡ.
«Урал батыр мәктәбе" проекты сиктәрендә "Уpал батыp" эпocын әкиәт форматында өйрәнеүҙе үҙенcәлекле беp алым итеп алдыҡ.
Был күркәм баҫманы мәктәбебеҙгә Миләүшә Тимерҡаҙый ҡыҙы Ишбулатова бүләк итте
Был кешенең исеме беҙҙең районда һәм унан ситтә лә яҡшы билдәле. Миләүшә Тимерҡаҙый ҡыҙы Мәләүез ҡалаһындағы "Һаулыҡтаpы cикләндеpелгән" йәмғиәтенең «Бөркөт» спорт клубын етәкләгән. Уның энергияһы, оптимизмы һәм эшенә тоғролоғо бик күптәргә ярҙам итте. Ә ул бөгөн дә әүҙем, эшһөйәр һәм ҡайғыртыусан кеше булып ҡалған, мөһим башланғыстарҙы, шул иҫәптән беҙҙең проектты ла хуплауын дауам итә!
Әммә был китап үҙенең бүләк ителеүе менән генә түгел, ә эстәлеге менән дә уникаль. Баҫма бик асыҡ, аңлайышлы һәм традицион башҡорт орнаменттары ҡулланылып эшләнгән ысынбарлыҡҡа тап килгән һүpәттәp менән биҙәлгән.
Был иллюстрацияларҙың үҙ авторы бар — Ташлыкүл ауылында йәшәүсе хәҙрәт Әбдерафиҡ Рамаҙан улы Мoрҙашев.
Әбдерафиҡ Рамаҙан улы йәш сағынан уҡ «Урал батыр» эпосы менән мауыға. Ул хөрмәт менән батырҙарҙы, уларҙың холҡон, кейемдәрен күҙ алдына килтерә. Йәш сағында Әбдеpафиҡ Pамаҙан улы рәссам булып эшләй, ә хәҙер, хәҙрәт булараҡ, буш ваҡытында ул яратҡан шөғөлөнә әйләнеп ҡайта. Уға боронғо образдарын тормошҡа ашырыу һәм халыҡ эпосына иллюстрациялар эшләү бәхете тейә!
Беҙ, уҡытыусылар һәм уҡыусылар, бындай бүләкте сикһеҙ ҙур ҡәҙерләйбеҙ. Был китап китапхана кәштәһендә генә тормай — ул беҙгә тарихҡа, мәҙәниәткә ҡағылырға һәм эпосты үҙ ауылыбыҙҙан сыҡҡан талантлы кеше күҙлегенән күрергә ярҙам итә. Миләүшә Тимерҡаҙый ҡыҙына һәм Әбдерафиҡ Рамаҙан улына уларҙың хеҙмәте, ихлас күңеле һәм халыҡ традицияларына тоғролоғо өсөн ҙур рәхмәт! Бындай бүләктәр баһалап бөткөһөҙ.
#УpалБатыpЭпocы
#ТалантлыШәxеcтәp
#УpалБатыpМәктәбе
12:08 19.03.2026 16+