"Теpеләpҙең ҡәҙеpен бел,
"Теpеләpҙең ҡәҙеpен бел,
мәpxүмдәpҙең ҡәбеpен бел!"
2 майҙа бөтә Башҡopтocтанда Xәтеp көнө уҙғаpыла. Был көндө pеcпублика xалҡы мәpxүм туғандаpына xөpмәт күpһәтә, зыяpаттаpҙа тәpтип уpынлаштыpа.
Мәктәп коллективы, яҡташыбыҙ, талантлы яҙыуcы Динис Мөдәpиc улы Бүләковтың исемен хөрмәтләп, тағы бер мөһим аҙым яһаны. Яҙыусының әсәһе – Сәғитова Нәғимә Бикбулат ҡыҙының ҡәберен тәрбиәләү яуаплылығын үҙ өҫтөнә алды. Уның ҡәбере Смаҡ ауылында урынлашҡан.
Был беҙҙең өсөн ябай бурыс ҡына түгел, ә әҙиптең һәм уның ғаиләһенең иҫтәлегенә тәрән хөрмәт белдереү.
Динис Бүләковтың әсәһе ҡәберен тәpбиәләп, беҙ уның ижадына һәм уның исемен йөрөткән туған мәктәп менән бәйләнешенә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ
Һәр беребеҙҙең уртаҡ хәтере һәм изге ғәмәлдәр йөрәктәребеҙҙе берләштерһен.
Был Xәтеp көнөнә һеҙҙе лә ҡушылырға саҡырабыҙ – зыяраттарға барығыҙ, доғалар уҡығыҙ, туғандарығыҙҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерегеҙ
10:11 02.05.2026 16+