Әсеһен-сөсөһө, сейәлеһен йәки муйыллыһын, кипкәнен- ыҫланғанын - ҡороттарҙың һәр төрлөлһөн тәмләп, һайлап алырға була ине 18 майҙа Аҡназар ауылының мәҙәниәт йорто...
Әсеһен-сөсөһө, сейәлеһен йәки муйыллыһын, кипкәнен- ыҫланғанын - ҡороттарҙың һәр төрлөлһөн тәмләп, һайлап алырға була ине 18 майҙа Аҡназар ауылының мәҙәниәт йорто ҡаршыһында. Тәү тапҡыр бында күркәм сара – “Ҡорот байрамы” уҙғарылды.
Байрамдың хужабикәһе Аҡназар ауылының мәҙәниәт йорто эшмәкәре - Наилә Аҡназарова. Ул күптән инде Мәләүез районынының ҡорот оҫтаһы тип танылған. Рәсәй, Башҡортостан кимәлендә уҙғарылған мәләүездәрҙең брендлы “Ҡорот байрамдары”нда Наилә Үҫәрбай ҡыҙы етештергән милли аҙыҡ һәр ваҡыт күргәҙмәләрҙе биҙәй. Байрамдың Аҡназар ауылында “төпләнеүенең” сәбәбе шунда.
Матур ҡорот күргәҙмәһе сараның төп биҙәге булды. Унда Аҡназар, Мотай ауылы хужабикәләренең етештергән продукцияһын тәмләп, һайлап алырға була ине. Күргәҙмәлә шулай уҡ ҡул эштәре лә тәҡдим ителде. Мәҫәлән, Аҡназарҙан Фирҙәүес Ниғмәтуллина полиетилен тоҡсаларҙан бәйләп эшләнгән сумкалары менән ҡунаҡтарҙы йәлеп итте.
Сара барышылай ҡороттоң фаҙаһы тураһында әйтеп уҙғарылды. Ҡунаҡтарҙы моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре, йола күренештәре менән Мәҙәни-ял үҙәгенең “Мәләүез ынйылыры” халыҡ фольклор ансамбле тәбрикләне. Ҡыҙыҡлы уйындарҙа халыҡ ҙур теләк менән ҡатнашты. Мәҫәлән, сепаратор йыйыу буйынса ярышта хатта ирҙәр ҙә ҡатнашып, күңел асты.
Сараны күрергә килгән һикһән биш йәшлек Фәүзиә инәй Шәрипова моңланып, йәшлеген иҫкә алып, илап та алды, байрам күренештәренә ихлас ҡыуанды ла. Халыҡ исеменән матур һүҙҙәр әйтеп, ойоштороусыларға рәхмәтен еткерҙе инәй. Байрамдың иң ҙур баһаһы – ауыл халҡының рәхмәт һүҙҙәре. Тимәк, “Ҡорот байрамы” халыҡ күңеленә үтеп инде һәм байрамдың киләсәге бар.
Гөлгөнә Сакаева, Мәҙәни-ял үҙәге белгесе.
14:38 19.05.2026 16+