Июль айына һынамыштар...

Июль айына һынамыштар...

- Июлдең өсөндә төшкөлөктән ел иҫһә – һабан ашлығы уңыр.
- Иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр.
- Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға.
- Сәскәләр хуш еҫ бөркһә, эҫе булыр.
- Ямғыр яуырға булһа, томан күтәрелер.
- Ҡояш батҡанда болоттар уның артынан эйәреп барһa – ҡеүәтле ел булыр.
- Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа – ямғыр көт.
- Иртән үлән ҡоро булһа – төндә ямғыр яуыр.
- Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көндәр аяҙға булыр.
- Июль айында яңы ай салҡан тыуһа, йыл болотло булыр, ямғыр мул булыр.
- Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була.
- Йәй томанлы булһа, емеш уңыр.
- Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе ҡыш йылы була.
- Себен-серәкәйҙәр өймәк-өймәк осһа, көн аяҙ, ә бит-ҡулға ҡағылып осһа, ямғырлы булыр.
15:31 02.07.2026 16+
0

Оставить сообщение:

Выбор редакции