Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

Баланы мәктәпкә нисек артыҡ сығымдарһыҙ әҙерләп, кәрәкле әйберҙәр генә һатып алырға:

Баланы мәктәпкә нисек артыҡ сығымдарһыҙ әҙерләп, кәрәкле әйберҙәр генә һатып алырға:

1⃣ Класс етәксеһенән (йәки ата-әсә комитетынан) бөтә кәрәкле әйберҙәрҙең теүәл исемлеген алығыҙ.
2⃣ Өйҙә ревизия үткәрегеҙ – үткән йылдан ҡалған кәрәк-яраҡтарҙы тикшерегеҙ (дәфтәр, тышлыҡ, пенал, рюкзак).
3⃣ Акцияларҙы күҙәтегеҙ, төрлө магазин һәм маркетплейстарҙа хаҡтарҙы сағыштырығыҙ, промокодтар һәм кешбэк ҡулланығыҙ.
4⃣ Банкығыҙҙа лояльлек программалары буйынса акция бүлектәрен ҡарағыҙ – унда 1 сентябргә махсус тәҡдимдәр була.
5⃣ Мәктәп йәрминкәләрендә һатып алығыҙ – унда ғәҙәттә хаҡтар түбәнерәк һәм һайлау киңерәк.
6⃣ Башҡа ата-әсә менән коллектив һатып алыу ойоштороғоҙ – яҙыу-һыҙыу тауарҙары һәм форма йыш ҡына арзаныраҡ сыға.
7⃣ Һатып алырға ашыҡмағыҙ – август шауҡымынан һуң хаҡтар йыш ҡына түбәнәйә, бер өлөшөн сентябрҙә һатып алырға мөмкин.
8⃣ Мөмкин булһа, үҫәсәккә һатып алығыҙ һәм тауарға миҙгелле ташламалар көтөгөҙ – шулай итеп киләһе йылға әҙерләнергә мөмкин.
9⃣ Иғлан сайттарына инеп ҡарағыҙ – унда йыш ҡына үлсәме тап килмәү сәбәпле яңы (йәки яңы тиерлек) форма һәм аяҡ кейеме һатыла.
Үҙегеҙгә кәрәкмәгән әйберҙәрҙе (форма, рюкзак, дәреслектәр) йорт чатында, иғлан сайтында йәки мәктәп йәрминкәһендә һатыуға ҡуйырға мөмкин.

Интернетта һатып алғанда һәм һатҡанда һаҡ булығыҙ. СМС-кодтарҙы, карталарығыҙ һандарын хәбәр итмәгеҙ, сит мессенджерҙарға күсмәгеҙ, һаҡланған сервистар аша йәки шәхси осрашыуҙа иҫәпләшегеҙ.
14:29 21.08.2026 16+
10
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top