11 сентябрь — Милли кейемдәр көнө!
11 сентябрь — Милли кейемдәр көнө!
Бөгөн, 2026 йылдың 11 сентябрендә, Милли кейемдәр көнө уңайынан Динис Бүләков исемендәге Смаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбендә күркәм сара үткәрелде.
Дәрестәрҙә уҡыусылар милли кейем кейеп уҡынылар. Милли кейемдәр тураһында әңгәмәләр алып барылды, уларҙың тарихы, биҙәктәре, төҫтәре һәм халҡыбыҙ тормошондағы әһәмиәте менән таныштылар.
Мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсөм Исмәғизәм ҡыҙы тарафынан матур һәм бай йөкмәткеле күргәҙмә әҙерләнде. Ул беҙгә милли кейемдәр тураһында йөкмәткеле мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Милли кейем — халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте һәм рухи мираҫы. Уны һаҡлау, өйрәнеү һәм киләсәк быуынға тапшырыу — уртаҡ бурысыбыҙ.
Ойоштороусыларға, уҡытыусыларға һәм айыpыуcа педагoгик xеҙмәт ветеpаны, атҡаҙанған мәҙәниәт xеҙмәткәpе Гөлсөм Исмәғизәм ҡыҙына ихлас рәхмәт белдерәбеҙ!
#МиллиКейемдәрКөнө #СмаҡМәктәбе #ДинисБүләков #МиллиКейем
19:20 13.09.2026 16+