Бөгөн Смаҡ ауылында шаулап-гөрләп Сөмбөлә байрамы уҙҙы!
Бөгөн Смаҡ ауылында шаулап-гөрләп Сөмбөлә байрамы уҙҙы!
Сөмбөлә — көҙ байрамы.
Был байрам — ябай ғына күңел асыу түгел. Ул көҙгө уңыш йыйыу эштәре һәм көҙгө сәсәү тамамланғас, көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта уҙғарыла.
Тәбиғәткә һөйөү, һоҡланыу, ер кешеләренә дан, иғтирам һәм иғтибар тойғоһо уятыу маҡсатында үткәрелә.
Башҡорт милли кухняһы, ҡул оҫталарының матур күргәҙмәләре, милли костюмдар дефилеһы, йыр-моң, бейеүҙәр — барыһы бергә ысын байрам тыуҙырҙы!
Ошо матур байрамды ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға ҙур рәхмәт! Киләһе йылда ла шулай уҡ шаулап-гөрләп осрашырбыҙ әле!
16:24 25.09.2026 16+