Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

Башҡорт теленән онлайн-олимпиадаға әҙерһегеҙме?

f09f939d.png Башҡорт теленән онлайн-олимпиадаға әҙерһегеҙме?

Быйыл олимпиада 9-11 октябрҙә үтәсәк. Ҡатнашыусылар өсөн төрлө кимәлдәге онлайн-тест һорауҙары әҙерләнгән:

f09f938d.pngБашҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн - башланғыс кимәл;

f09f938d.pngИрекле кимәл - башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;

f09f938d.pngБашҡорт теленең диалекттары - башҡорт теленең диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн.

Тест һорауҙарына яуап биреү өсөн 9 октябрҙән 11 октябргә тиклем олимпиаданың сайтына инеп теркәлеү үтергә кәрәк. Артабан өс кимәлдең береһен һайлап, 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирергә генә ҡала. Тест тамамланғас, һәр ҡатнашыусыға йыйылған балдар һаны менән сертификат тапшырыла.

f09f9189.pngОлимпиада тамамланғандан һуң сайтта белемде үҙ аллы тикшереү өсөн һорауҙарға дөрөҫ яуаптар ҡуйыласаҡ. Әгәр ҙә теркәлеү, тест үтеү йәки сертификат алыу, техник аспекттар буйынса ҡыйынлыҡтар тыуһа, 7(347) 2-46-58-24 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

❗Әйткәндәй, олимпиада барышында үҙҙәрен фотоға төшөрөп социаль селтәрҙәргә һалыусылар араһында отош уйыны уҙғарабыҙ. Осраҡлы кеше Башҡортостан гербы һүрәтләнгән йәбешмәгә (наклейка) эйә буласаҡ. (Йәбешмәнең фотоһүрәтен комментарийҙарҙа ҡарай алаһығыҙ). Иң мөһиме, хештегын ҡуйырға онотмағыҙ.

Ойоштороусылары: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, "Мираҫ" йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү фондтары. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла.



17:26 27.09.2024 16+
3191
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top