Рекламный баннер 990x90px header-top
Рекламный баннер 990x90px header-bottom

Смаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда Динис Бүләковтың "Тыҡрыҡ башы - беҙҙең биләмә" китабының исем туйы үтте. Байрамда яҙыусының ҡыҙҙары Зөһрә һәм Миләүшә ҡатнашты. Күстәнәскә әле генә баҫылып сыҡҡан китап алып килеп.

Смаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда Динис Бүләковтың "Тыҡрыҡ башы - беҙҙең биләмә" китабының исем туйы үтте. Байрамда яҙыусының ҡыҙҙары Зөһрә һәм Миләүшә ҡатнашты. Күстәнәскә әле генә баҫылып сыҡҡан китап алып килеп, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыуандырҙылар.

Исем туйында һүҙ китап хаҡында ғына булманы, ҡатнашыусылар әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, көнкүрешкә, лә бәйле темалар күтәрҙе. Осрашыу үҙенә күрә йәнле һөйләшеү, аралашыу рәүешендә үтеүе уны ҡыҙыҡлы итте.

Сара мәктәп уҡыусылары әҙерләгән йыр-моң менән үрелеп барҙы.

Балалар өсөн яҙылған китап, киләсәктә күп уҡыусылар тарафынан һөйөү яулап,йотлоғоп уҡылырға яҙһын.Тамашасылар ошондай саралар күберәк булһын тип теләк белдереп таралышты.



22:28 13.12.2024 16+
2363
Выбор редакции
Рекламный баннер 990x90px footer-top