
Алтын парҙар


Тамамланып килгән Ғаилә йылының матур йомғағы булараҡ, Смаҡ ауылында күркәм сара уҙҙы. Арыҫлан ауыл биләмәһендә ярты быуат ҡулға-ҡул тотоношоп тормош кисергән ғаиләләрҙең алтын туйҙары билдәләнде

Йөҙ илле биш йыл - был парҙарҙың уртаҡ ғаилә стажы тап шунса. Быуат ярым тормош эсендә барыһы ла булды, шатлығы ла, моңһоу көндәре лә. "Бар тормош күҙ алдынан үтеп киткәндәй тойолдо",- тип тәьҫораттары менән бүлеште юбилярҙар.

Баязит ағай һәм Мөкәрәмә апай Ҡырымсуриндар илле биш йыл, Наиль ағай һәм Фәйрүзә апай Таштимеровтар , Зәки ағай һәм Мәрхәбә апай Йәнбирҙиндар илле йыл бергә тормош кисерәләр.

Был көндө матур парҙарҙы тәбрикләргә балалары, яҡындары килде. Ауыл биләмәһе башлығы Айрат Шәйәхмәтов үҙ теләктәрен еткерҙе, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Юбилярҙар өсөн "Хазина", "Ҡыйғас" вокаль ансамблдәре, "Сулпылар" бейеү ансамбле, Зәлиә Байгилдина сығыш яһаны. Барыһы өсөн Өфө ҡунаҡтары - Рөстәм Гиззатуллин, Вәғиз Ҡырымсуриндың сығыштары көтөлмәгән бүләк булды.
💫Берҙәмлектә - көс, ти халыҡ мәҡәле. Арыҫлан, Шәрип ауыл клубтары мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, йәштәр менән эшләү бүлеге буйынса белгес Нәсимә Суҡбаева, Д. Бүләков исемендәге музей етәксеһе Кинйәбикә Юлмөхәмәтова, китапхана мөдире Зәлиә Байгилдина, Зәлиә Янбердина көстәре менән үткәрелгән сара матур һәм иҫтәлекле булды.
Гөлгөнә Сакаева