Бөгөн Восток ауыл клубында халҡыбыҙҙың боронғо матур шөғөлөн өйрәнеүгә бағышланған "Ҡорама байрамы" уҙҙы
Бөгөн Восток ауыл клубында халҡыбыҙҙың боронғо матур шөғөлөн өйрәнеүгә бағышланған "Ҡорама байрамы" уҙҙы.
Әйтеп үтергә кәрәк, был байрам Мәләүез районында яңыларҙан һанала һәм беҙҙең ерҙә тәүге тапҡыр уҙғарыла.
Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе ул. Шөғөл генә түгел, ул бер сәнғәт өлгөһө төҫлө. Һәр эшләнгән ҡорама рәссамдың һүрәте һымаҡ, үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ. Был матур йоланы тергеҙеү һәм өйрәнеү буйынса эште Восток ауылы мәҙәниәт эшмәкәре, "Ҡырҡынды" ҡорама ҡорау студияһы етәксеһе Мәстүрә Ҡунаҡбаева бик уңышлы алып бара.
- Бына бер нисә йыл ошо шөғөлдө өйрәнеү буйынса эш алып барам. Шөғөлдө үҫтереп, тәжрибә менән уртаҡлашып, яңы һөнәр оҫталарын үҫтерергә тигән теләгем бар. Бөгөнгө байрам ошо ҙур эштең беренсе аҙымы, тиергә була. Киләсәктә "Ҡорама байрамын" район кимәлендә үткәрергә ине,- тип бүлеште Мәстүрә Зариф ҡыҙы.
Байрамға килгәндә, ул бик матур һәм йөкмәткеле уҙҙы. Сара Әбет ауыл биләмәһе мәҙәниәт хеҙмәткәре тарафынан әҙерләнгән йола күрһәтеүҙән башланды. Борон бәпес тыуғас, ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып, ҡорама өмәһе ойошторған һәм уға кейергә, биләргә кәрәкле әйберҙәр теккән. Сөнки балаға алдан әйбер әҙерләү тыйылған.
Сараның икенсе өлөшөндә Мәстүрә Ҡунаҡбаева килгән ҡунаҡтарға оҫталыҡ дәресен уҙғарып, был һөнәрҙең нескәлектәре менән бүлеште. Байрам Һарыш, Һыртлан, Томансы, Хәсән, Аҡназар, Аптраҡ, Ерек, Боһорман, Әбет, Ҡаран ауылдарынан килгән коллективтар һәм солистар тарафынан әҙерләнгән концерт менән дауам итте.
Артабан йылы осрашыу, фекер алышыу тәмле сәй табыны артында дауам итте. Был күркәм сарала ҡатнашыусылар үҙҙәренә рухи аҙыҡ, күңел күтәренкелеге алып, рәхмәттәрен әйтеп таралышты.
Беҙҙең районда ошо матур шөғөлдө һаҡлап алып, йәш быуынға таратыусы һөнәр эйәһә булыуы ҙур шатлыҡ.
Мәстүрә Зариф ҡыҙына ниәтләгән эшендә ҙур уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Ҡалған фотолар: https://vk.com/album-177027785_307213448
#кдцмелеуз
#Мелеузовскийрайон
18:07 19.05.2025 16+