Уҡытыусы һәм остаз йылына ҡарата.
Уҡытыусы һәм остаз йылына ҡарата, Ҡотош ауылында тарихсы уҡытыусы Әшрәф Хужәхмәтов иҫтәлегенә спартакиада үтте.
Сараны Мәләүез ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Илмир Уразинбәтов асып, сәләмләне һәм бар ҡатнашыусыларға уңыш теләп, һыуыҡ туңдырма өләште. Төрлө спорт уйындары булды: пневматик ҡоралдан, мылтыҡтан, уҡтан атыу,парашутты йыйыу, шашка уйнау, автоматты һүтеп йыйыу. Кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр әүҙем ҡатнашты. Байрамды биҙәп гармун тауыштары сыңланы.
Байрамды ойоштороуҙа оло ярҙам күрһәткән, Уразинбәтова Рита менан Хужәхмәтов Фәнилгә зур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
05:52 29.08.2023 16+